Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2020, 17:00

Яңы йыл байрамдары осоронда хәүефһеҙлек нисек тәьмин ителер?

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү булды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, 31 декабрҙән алып 10 ғинуарға тиклем көндәлек дежурға 2150 кеше һәм 850 берәмек техника сығасаҡ. Бөгөндән 800 иҫкәртеү төркөмө эшләй, уларға, ҡотҡарыусыларҙан тыш, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре лә инә. Улар шәхси йорттарҙы, баҡсасылар ширҡәттәрен, асоциаль граждандар йәшәгән урындарҙы, мейес һәм газ менән яғылған шәхси йорттарҙы тикшерәсәк. Был рейдтар Яңы йыл каникулдары осоронда ла дауам итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл саралары үткән, пиротехника һатылған урындарҙы тикшерә, фейерверктарҙы хәүефһеҙ аттырыу өсөн махсус майҙансыҡтар ойоштора.
Марат Латипов хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, урындарҙа янғын хәүефһеҙлегенә контролде көсәйтергә, ҡар яуған осраҡта уны тиҙ арала йыйыштырыу, ирекле янғын дружиналары техникаһын йылы бокстарға индереүҙе ойошторорға ҡушты.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айҙар Зөбәйеров белдереүенсә, Яңы йылды билдәләү сараларында 500 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ.
21 декабрҙән министрлыҡтың Оператив штабы янында махсус төркөм эшләй башланы. Бында барлыҡ мәғлүмәт йыйыла һәм көс структуралары эшмәкәрлеге координациялана. Яңы йыл төнөндә 2000 самаһы хеҙмәткәр, 200 ЮХХДИ инспекторы, 200 һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, 1500 йәмәғәт ойошмаһы һәм берекмәһе вәкилдәре дежурға сығасаҡ. Каникулдарҙың һәр көнөндә резервта 500 самаһы полиция хеҙмәткәре, шулай уҡ Росгвардияның ОМОН хеҙмәткәрҙәре буласаҡ.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына байрам осоронда кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрергә ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: