Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Декабрь 2020, 19:00

Ҡыш бабайҙар менән Ҡарһылыуҙар ярышты

Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парадтары уҙҙы. Ошондай ҙа матур саранан Бәләбәй районы ла ситтә ҡалманы.

«Йырсы шишмәләр» паркында саф һауала яратҡан персонаждар парадҡа йыйылды. Сараны «Урал батыр» милли мәҙәниәттәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.
«Урал батыр» күтәрмәһенән парад туранан-тура урманға йүнәлде, әкиәт геройҙары тап шунда булырға тейеш бит!
Бәләбәйҙең йәше-ҡарты быуа павильоны эргәһенә алһыу йөҙлө Ҡыш бабайҙарҙы, береһенән-береһе сибәр Ҡарһылыуҙар һәм мәҙәк Мәскәй әбейҙәрҙе күрергә йыйылды. Йыр-бейеүҙәр, ҡайнар сәй, ҡәһеүә,тәмле-тәмле ҡамыр аштары уларға дәрт-дарман өҫтәне.
– Был яңыртылған паркта тәүге күмәк сара. Халыҡтың күп килеүе, балаларҙың шат йөҙҙәрен күреү күңелле, – ти «Мираҫ» учреждениеһы директоры Юрий Хәлиуллин, – Иң мөһиме, кешеләр ошо тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һаҡсыл ҡараһын ине!
Ауыл мәҙәниәт йорттарынан, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан һәм район предприятиеларынан иң яҡшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу исемен алыуға егерме ике заявка бирелгән. Ә ҡала һәм ауылдар халҡы уларҙы дәртләндереп торорға, күңел асырға килгән.

Ярыш өсөн геройҙарҙың костюмын, париктарын кейеү генә етмәй әле!
– Һәр ҡатнашыусы персонажының характерын тулыраҡ асырға тырышты, – ти конкурстың жюри ағзаһы, Үҙәк мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Руслан Камалов. – Улар иң мөһиме – байрам кәйефе булдыра алды! Геройҙарға беҙҙең халыҡтарҙың традициялары аша ҡарап, милли төҫ бирә алыуҙары айырыуса әһәмиәтле. Киләһе йыл беҙ уларҙы тағы ошо урманда күрербеҙ, тип уйлайым, улар тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булыр!
Еңеүселәрҙе дүрт номинация буйынса билдәләнеләр. «Матрешка», «Буратино», «Баҙлауыҡ» балалар баҡсалары, М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы ауылының, Семенкин һәм Ермолкиндың мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре һүрәтләгән персонаждар артистарса оҫталыҡтары, үҙенсәлекле булыуҙары менән айырылып торҙо.






Байрам ҡараңғы төшкәнсе дауам итте һәм байрам фейерверкы менән тамамланды.
Читайте нас: