Ул Башҡортостандың төрлө төбәктәренә, шулай уҡ Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм башҡа өлкәләргә сығып милли кейем өлгөләрен өйрәнә. 7 йыл элек Өфөлә «Селтәр» студияһын да ойоштора ул. Унда оҫталыҡ дәрестәре йыш уҙғарыла.
Әйткәндәй, «Селтәр» студияһы өлгөләре менән социаль селтәрҙә танышырға була. Белеүебеҙсә, республикала 17 апрель һәм 11 сентябрь Милли кейем көнө булараҡ билдәләнә.