Уҙған йыл төҙөк булмаған машиналар арҡаһында юл-транспорт ваҡиғалары 60 процентҡа артҡан. Республикала барлығы 3700 авария булған, уларҙа 454 кеше үлгән, дүрт мең ярым тирәһе кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был хаҡта төбәктең баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итте.
Машиналар йышыраҡ юлдар киҫелешендә, дистанцияны дөрөҫ һайламағанда, йәйәүлеләр юлын үткәндә, ҡаршы яҡ юлға сыҡҡанда бәрелешә. Динар Ғилметдинов аҙнаның авариялар иң күп булған көндәрен атаны.
Декабрҙә был шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре, ә йыл дауамында – йома һәм шәмбе. Декабрҙә инспекторҙар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам булһа ла күрһәтә алһындар өсөн эште үҙгәрттек, ти ул. Әгәр уҙған йыл 17 мең эскән килеш руль артына ултырғандарҙы тотҡанбыҙ икән, тимәк, беҙ күпмелер дәрәжәлә ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалғанбыҙ.
Баш дәүләт автоинспекторы шулай уҡ Зәки Вәлиди урамындағы юл участкаһын төҙөкләндереү мәсьәләһенә лә туҡталды. Уның әйтеүенә ҡарағанда, аварияларҙы кәметеү йәһәтенән иҫкәртеү эше алып барыла. Йәйен бында ватылған машиналарҙы алып китеү өсөн даими рәүештә эвакуатор тотмаҡсылар.