Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Февраль 2021, 14:00

Ике университет быйыл берләштерелә

БДУ менән ӨДАТУ-ны берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Республика башлығы кисә Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡеүәтле университет булдырыу буйынса ҙур фәнни проект киң мөмкинлектәр аса.

Кәңәшмәлә шулай уҡ янғын осраҡтарын кәметеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һүҙ барҙы.
– Быйыл һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында үлем күрһәткесен кәметеү – төп маҡсат, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне. Радий Хәбиров белдереүенсә, вице-премьер үҙенең шул тиклем мөһим темаға докладында республикала үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итмәгән. Уға үткән йылдағы үлем осраҡтары буйынса анализ яһарға һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу планын әҙерләргә ҡушты. Был тәңгәлдә коронавирустан вакцинациялау айырым урын биләй. Әле Башҡортостанға 94 мең доза препарат алып ҡайтылған.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Быйыл ошо маҡсатта 26 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Йыл дауамында был сумманың үҙгәреүе лә мөмкин. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов белдереүенсә, иң мөһиме ваҡытында проект эштәрен тамамлау, контракттар төҙөү һәм аҡсаны һөҙөмтәле итеп файҙаланыу. Пландарға килгәндә, 2 млн 260 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү, 200 км автомобиль юлын ремонтлау, 130-ға яҡын йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим объекттар ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә туберкулез менән сирләүселәр өсөн иҫәпләнгән балалар баҡсаһына справкаһы булмаған һау-сәләмәт кескәйҙәрҙең йөрөүе хаҡында ла белдерелде. Республика башлығы был күренеш буйынса тикшереү уҙғарырға ҡушты. Мәғлүмәттәр иҫбатланған осраҡта мәктәпкәсә учреждениеларҙың мөдирҙәре эштән ебәреләсәк. Салауат районы хакимиәте башлығына ла вазифаһынан бушатылыу хәүефе янай, «Янғантау» шифаханаһы менән бәйләнештәрҙе көйләмәгән осраҡта, әле ике яҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ күҙәтелә. Республика башлығы шифахана етәкселегенә пандемия шарттарын лайыҡлы һәм тотороҡло үтеп сыҡҡан өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото Башлыҡ сайтынан
Читайте нас: