Кинотеатрҙың исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән: «Биоскоп», «Биосфера», «Эра» һәм, ниһайәт, «Көнсығыш».
Ҡаланың оло йәштәге кешеләре Журбенко Е.С. һәм Гущина О.И. хәтерләүенсә, «Был ҡаланың мәҙәни үҙәге булған. Кинотеатр эргәһендәге баҡсала йәйге эстрада, бейеү майҙансығы, бәүелсәк, крокет корты урынлашҡан. Тынлы оркестр уйнаған. Фильм премьераһына байрамға кеүек йөрөгәндәр».
Әлеге ваҡытта бина шәхси милектә, унда «Көнсығыш» магазины урынлашҡан.