Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
4 Июль 2019, 18:39

Их, еләкле йәйҙәрҙең онота алмамын тәмдәрен

Беҙҙең яҡ тәбиғәтенең йәйге гүзәллегенә һоҡланмай мөмкин түгел.



Иңдәренә йәшел яулыҡтарын һалған зифа ҡайындар, тыйнаҡ, әммә хуш еҫле сәскәләре менән туҡтарға мәжбүр иткән йүкәләр, болон тулы сәскәләр... Ул ғынамы, ҡайһы яҡҡа ғына барма, телеңде йоторлоҡ ер еләге түшәлеп ята. Йәмәғәт, самый еләк йыйыр, ҡайнатмалар эшләр, туйғансы ашап ҡалыр саҡ. Бер генә ваҡыт, йыйып ҡалығыҙ, урманға, хозур тәбиғәткә, уларҙы булдырған Аллаһы Тәғаләгә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ.

Еләк йыйғанда йырлап йөрөргә минән күстәнәс.


Еләкле ялан

Һағынып ҡайтып килдем тағын,

Әй еләкле яланым.

Еләктәрең алһыу, тәмле,

Кәрзинемә һаламын.

Еләкле ялан,

Еләкле ялан.

Татлы тәмеңде

Онота алмам.

Тулып бешкән еләктәрең,

Тәлгәш-тәлгәш йыямын.

Әсәм наҙын, татлы ялан,

Ҡосағыңда тоямын.

Еләкле ялан,

Еләкле ялан,

Һиндә әсәйҙең

Эҙҙәре ҡалған.

Рәхмәт һиңә, татлы ялан,

Еләк тәмең телемдә.

Йәйҙең бер биҙәге булып,

Ҡалдың минең күңелемдә.

Еләкле ялан,

Еләкле ялан,

Һәр бер биҙәгең

Күңелдә һаман.


Зәйфә Сәлихова.
Читайте нас: