Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2023, 14:00

Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!

Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз йылы” булараҡ үтә. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!

24 март көндө уҡыу йылының файҙалы һәм маҡсатҡа ярашлы үтеүен тәьмин итеүсе кадрҙарҙың эшен йәнләндереү, оло маҡсаттар ҡуйған йылды асыу тантанаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия- интернатында“Башҡорт теле дәрестәрендә интенсив алымдар һәм технологиялар ҡулланыу аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәм телмәр компетентлығын үҫтереү”темаһы буйынса район берләшмәһе ултырышына йыйылды. Семинар “Уҡытыусы һәм остаз йылы”на арналған “Уҡытыусы- яҡтылыҡ һибеүсе шәм!”- тип исемләнгән кисәнән башланды.

Сәхнәлә дүрт шәм тыныс ҡына яна һәм яй ғына иреп һүнде.

Шәм ролендә – уҡыусылар.

 Тәүгеһе: – Мин-Тыныслыҡ.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мине кешеләр һаҡлай белмәйҙәр. Шуға күрә миңә һүнеүҙән башҡа сара юҡ,- ти ҙә, шәм яҡтыһы һүнде. Икенсе шәм дә һүҙгә килә: – Мин-Ышаныс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин дә бер кемгә кәрәк түгел. Кешеләр минең турала белергә лә, тыңларға ла теләмәйҙәр. Шулай булғас, миңә артабан яныуҙың кәрәге лә юҡ-,ти, шулай уҡ һүнә.Ҡайғылы ғына тауыш менән өсөнсө шәм телгә килә: – Мин-Мөхәббәт. Минең артабан янырлыҡ хәлем дә юҡ. Барыбер кешеләр мине ҡәҙерләмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Үҙ туғандарын, яҡын кешеләрен үлә яҙып яратҡандарҙы, киреһенсә, күрә алмайҙар…(был шәм яҡтыһы ла һүнеп ҡуя.)

 Көтмәгәндә бүлмәгә бер бала йүгереп килеп инә һәм һүнеп бөтөп барған шәмдәрҙе күреп, ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәрә.  

– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?! Һеҙ янырға тейешһегеҙ, сөнки мин ҡараңғылыҡтан ҡурҡам, - тип әйтә лә илай башлай.

Шунда дүртенсе шәм телгә килә: – Ҡурҡма, ҡурҡма, бала, илама! Әле мин янам икән, ҡалған өс шәмде лә яндырырға мөмкин. Сөнки мин – Өмөт.

Һәр береһенә ҡағылып, шәмдәрҙе яндыра, ҡулдарына шәм тотҡандар йәнләнә. Улар сәхнәнән сығып китәләр. Башҡорт гимназия- интернаты уҡыусылары һәм башҡорт теле уҡытыусылары сығышы бик матур килеп сыҡты.

Залда ултырған уҡытыусылар менән әңгәмә лә  ойоштороп алынды. Башҡорт теле уҡытыусылары бик матур яуаптар бирҙе, фәһемле фекерҙәр әйтте. Гимназия- интернат музейын байҡап сығырға ла ваҡыт булды. Артабан башҡорт теле кабинетында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Киләһе айға пландар, үткән айҙарҙың һөҙөмтәләре әйтелде.

З.Х. Исламова күрһәткән оҫталыҡ класы айырыуса ҡыҙыҡлы булды, файҙалы методик алымдар, балалар менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Семинар эшен дөйөм ойоштороп алып барыусы уҡытыусылар, үҙ эшендә остаз булып ҡалған педагогтар Т.Ғ. Мәүлиева, А.Ш. Борисова, З.Х.Исламова  уҡыусыларҙың сығыштарын сәхнәгә әҙерләгән, район методик берләшмәһенең эшен йәнле итеп күрһәтеүгә үҙ көстәрен һалды.

Уҡытыусы оҫталығы – үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүендә, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа. Шул ваҡытта ғына  йөрәгебеҙҙә тыныслыҡ та, ышаныу ҙа, мөхәбәт тә урын алыр.

Бөтәһе лә беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Өмөт булһа, бөтәһе лә була. Үҙебеҙҙең өмөтөбөҙ менән һүнгән өс шәмде ҡабындырып торайыҡ. Беҙ – балаларҙың, ата-әсәләрҙең, илебеҙҙең өмөтөн аҡлаусы, яҡлаусы һөнәр эйәләре.

Тәнзилә Мәүлиева

 

Редакциянан. Бәләбәй районы Мәғариф идаралығы белгесе Светлана Гәрәева билдәләүенсә, семинар ойошҡан рәүештә, матур үткән, уҡытыусылар өсөн файҙалы булған. Светлана Хәтип ҡыҙы гимназия-интернат етәкселегенә, уҡытыусыларға тәрән ихтирамын, рәхмәтен белдерҙе. Районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Тәнзилә Мәүлиеваға семинарҙы юғары кимәлдә ойоштороп уҙғарғаны өсөн Мәғариф идаралығының Рәхмәт хатын тапшырған. Ул Тәнзилә Ғайсар ҡыҙының уҡытыусыларҙың ысын остазы булыуын билдәләне.

 

Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Уҡытыусы – яҡтылыҡ һибеүсе шәм!
Автор:
Читайте нас: