Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 23:30

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы – Радий Хәбиров

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләне. Ул – Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлаған.
1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.
1994-2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты өлкән уҡытыусыһы, доценты, деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.
2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры.
2009-2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Читайте нас: