Төҙөлөш майҙанына сит кешеләргә инеү тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһы “Главспецстрой” йәмғиәтенең участка начальнигы Артем Давыдовтың рөхсәте менән йәш ғаилә объектта булды, ҡаланың бер балалар баҡсаһына йөрөгән биш йәшлек Әмир быға бик шатланды. Малай кранды, төҙөлөш материалдарын бушатыуҙы көткән машиналарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Абдуллиндарҙың кесе улдары Артурға әле бер йәш тә ике ай ғына, ул да төҙөүселәрҙең эшен күҙәтте.
– Мин декрет ялында. Киләһе йылда “Автонормаль” заводына эшкә сыға алырмын, тип уйлайым. Тәржемәсе булып эшләнем унда. Ирем “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Приют линия-производство идаралығында электрик, – тип һөйләне йәш әсә.
Ял көндәрендә Абдуллиндар улдары менән ҡала буйлап саф һауала йыш йөрөй, күҙ алдында балалар баҡсаһы “үҫкән” Горохов урамында ла булалар. “БХ”-ла хәбәр ителеүенсә, юбилей объекты төҙөлөшөндә урындағы предприятиелар ҙа ҡатнаша: тимер-бетон заводы иҙмә һәм тимер-бетон, металл конструкциялар менән тәьмин итә, Бәләбәй УМР-ы махсус техника һәм күтәргес механизмдар бүлгән, “Теплоэнерго” йәмғиәте йылылыҡ трассаһын һуҙған һәм бинаға эҫе һыу үткәргән, “Бәләбәй һыу каналы” йәмғиәте һыу үткәргән, канализация эшләгән һәм янғын гидранттары урынлаштырған. Әле “Водосток-Сервис” хеҙмәткәрҙәре һыу үткәреү, йылытыу һәм канализация буйынса эске эштәрҙе башҡара.
– Кирбес һалыу, түбә ябыу һәм электромонтаж, биҙәкләү эштәрен үҙебеҙҙең ойошма көсө менән башҡарабыҙ, – тип аңлатты Артем Александрович. – Быйыл йыл аҙағына бинаның түбәһен ябып, тәҙрәләрен ҡуйып (беренсе ҡатта улар бар инде), биҙәкләй башларға тейешебеҙ.
Юбилей объекты графиктан алда төҙөлә. Шулай ҙа эшсе ҡулдар етешмәүе үҙен һиҙҙертә. Төҙөлөш бригадаларын урындағы кешеләр менән тулыландырыу өсөн Авитоға, реклама баҫмаларына иғландар бирҙек, әммә бер кем килмәне.
Юбилей объектын финанслау тураһында “БХ”-ға Бәләбәй районы МР хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зилә Советникова һөйләне:
– Горохов урамындағы балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә дөйөм алғанда 171, 3 миллион һум аҡса йүнәлтелә, шул иҫәптән 102, 5 миллион һумы – төҙөлөш-монтаж эштәренә, 66, 8 миллион – ҡорамалдар һатып алыуға.
2018 йылға лимит күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Бөгөнгә шуның 45, 9 миллионы үҙләштерелгән.