Беҙ – муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Усаков, ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Айрат Ғүмәров һәм ошо юлдар авторы – “Ыҫлаҡ” йәмғиәте оҫтаханаһында булдыҡ. Бында сәсеүгә әҙерлеккә ваҡыты еткәс кенә тотонмайҙар, ә бәлки, этаплап, көҙгө урып-йыйыу тамамланыу менән шөғөлләнә башлайҙар. Шуға күрә улар яҙғы эштәргә әҙер тиергә була, кәйефтәре лә күтәренке.
– Бөгөнгә – ике К-700, МТЗ маркалы һигеҙ трактор баҫыуға сығырға әҙер, – тип һөйләне беҙгә хужалыҡ етәксеһе Сергей Афанасьев. – Күптән түгел К-701 тракторының двигателен ремонтланыҡ, ул фермалар территорияларын һәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға файҙаланыла. “Алтай” гаражда тора – уны тулыһынса һүтеп, кәрәк ерен төҙәтеп йыйырға кәрәк, икенсе К-701 тракторының двигателен Саллыла ремонтланыҡ, ҡайтарып ҡуяһы ғына ҡалды. Бөтә машиналар ҙа йөрөй.
Яҙға табан сәскестәрҙең бөтөн деталдәрен көйләп, майлап ҡуясаҡтар. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ запас частар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Яуаплылыҡтың ҙур булыуын аңлап, үҙ эшен намыҫлы башҡарған кешеләр бар. Комплекслы бригада бригадиры Сергей Тимофеев етәкселегендә ремонтсылар Алексей Жилкин, Андрей Шеметов һәм Владимир Тимофеев иртәнән кискә тиклем тракторҙар янында мәж килә. Баҫыу эштәре башланғансы барлыҡ техниканың әҙерлек һыҙығында үҙ урынын аласағына ышаныс ныҡлы.
“Ыҫлаҡ” йәмғиәтендә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын күтәреү тураһында даими хәстәрлек күрәләр. Бөгөнгә 35 тонна минераль ашламалар ҡайтарылған, тағы 40 тонна һатып алыу тураһында килешеү бар. Яғыулыҡ-майлау материалдарына килгәндә, бензин ҡайтарғандар, ә дизель яғыулығы яҙға яҡыныраҡ ҡайтарыласаҡ.
Орлоҡ материалы сорттарға айырылған һәм көҙҙән үк сәсеү кондицияһына еткерелгән.
Йыл һайын тиерлек хужалыҡта иҫке техниканы яңыһына алыштыралар. Уҙған йылдарҙа заманса комбайндар, “КамАЗ” автомобиле һ.б. һатып алғандар. Хәҙер сәсеү комплексы – “Тайлер диск” агроторы – һатып алырға йыйыналар. Хужалыҡҡа кредит хупланған, субсидия алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Беҙ малдарҙы ҡышлатыуҙың нисек барыуы менән дә ҡыҙыҡһынмай булдыра алманыҡ. Малдар өсөн аҙыҡ етерлек. Һыйырҙар быҙаулай, бөгөнгә 30-лап һыйыр быҙаулаған.