Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2019, 11:54

Полицейскийҙар өй туйланы!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге бинаһын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы.Уны асыу тантанаһында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республиканың эске эштәр министры Роман Деев, Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, полицияның личный составы һәм ветерандары, полиция бүлеге ҡаршыһында йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашты.

Радий Фәрит улы район полицейскийҙарын өй туйлауҙары менән ҡотланы һәм еңел булмаған, ҡатмарлы эштәрендә уңыштар теләне. Йыйылғандарға эске эштәр министры Роман Деев сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы буйынса бүлегенең яңы начальнигы Андрей Самышев менән таныштырҙы. “Башкиравтодор” йәмғиәте – төҙөүсе предприятиеның генераль директоры Андрей Пролипото уға яңы бинаның символик асҡысын тапшырҙы. Артабан абруйлы ҡунаҡтар дежур часты, эш кабинеттарын һәм ярҙамсы биналарҙы ҡараны. Бәләбәй милицияһы тарихы музейында ла булдылар, унда ветерандар менән осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙың почет китабында хеҙмәттә уңыштар, ғаилә бәхете һәм сәләмәтлек теләктәре менән яҙыу ҡалдырҙы.
Полиция бүлеге быға тиклем 1775 йылда төҙөлгән һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип билдәләнгән бинала урынлашҡайны. Бер нисә тапҡыр ремонтланыуына ҡарамаҫтан, бина заманса талаптарға яуап бирмәгән. Ә дөйөм майҙаны 4 776, 6 кв. м булған ике ҡатлы кирбес бина төҙөгәндә граждандарҙы ҡабул итеү һәм эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттары буйынса бөтөн тәҡдимдәр иҫәпкә алынған. Һәр кабинет телефондар ғына түгел, Эске эштәр министрлығының хеҙмәт селтәренә сығыу менән тәьмин ителгән һәм мәғлүмәттәр базаһына тоташтырылған компьютерҙар менән йыһазландырылған.
Район бүлеге инфрастурктураһында шулай уҡ 25 машинаға иҫәпләнгән 750 кв. метрлы йылы туҡталҡа, трансформатор подстанцияһы, янғын һүндереү насос ҡоролмаһы һәм һыу менән тәьмин итеү насос станцияһы, үҙ котельныйҙары, өҙөклөкһөҙ эшләү өсөн дизель-генератор бар. 100 урынға ваҡытлыса тотоу изоляторы, хеҙмәт эттәрен тотоу өсөн 500 кв. метр майҙанлы вольер блогы йыһазландырылған.
Полиция бинаһы 2013 йылдан бирле төҙөлдө һәм 2016 йылдың декабрендә тамамланды. Артабан бина һаҡ сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы, телефон станцияһы һәм локаль компьютер селтәре менән йыһазландырылған. Уҙған йыл республика бюджеты иҫәбенә мебель һәм административ бинаны йыһазлау өсөн ҡорамалдар һатып алынған. Ваҡытлыса тотоу изоляторы менән полиция бүлеген төҙөү өсөн 282 млн һум тирәһе аҡса тотонолған. Объекттарҙың дәүләт заказсыһы – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Полицияның яңы бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Фәрит улы республика артабан да республиканың Эске эштәр министрлығына матди-техник тәьмин итеүҙә әүҙем ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.
– Кешеләрҙең хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәренең ниндәй шарттарҙа эшләүенә, уларҙың ниндәй кәйефтә эшкә килеүҙәренә лә бәйле. Халыҡтың эске эштәр органдарына ышанысы – үтә мөһим мәсьәлә. Быларҙың барыһы ла ҙур әһәмиәткә эйә, – тине республика етәксеһе.
Рәсми сараларҙан һуң эске эштәр министры Роман Деев Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге личный составы менән оператив кәңәшмә уҙғарҙы.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: