Һәр малайҙа тыуғанда уҡ тәбиғәттән уны киләсәктә ир-егет итерҙәй генә түгел, ә ысын ил һаҡсыһы үҫтерерҙәй ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ һәм ихтыяр көсө һалына. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан башҡорт гимназия-интернатында уҙғарылған “Әйҙәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсында ҡатнашыусылар тап бына ошондай ысын ир-егеттәргә генә хас сифаттарын күрһәттеләр ҙә инде. Әйткәндәй, командаларҙың ризалығы менән сарала ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Сөнки Тыуған илебеҙ өсөн һынау сәғәттәрендә ир-егеттәр менән иңгә-иң терәп ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бит яуға сыҡҡан, санинструкторҙар булып, яраларын бәйләгән.
Конкуста ҡатнашыусы ике командаға– башҡорт гимназия-интернатының “Башлегион” (капитаны Илүзә Райманова) һәм татар гимназияһының “Илһөйәр” (капитаны Альберт Шабаев) – бер нисә төрлө һынау үтергә кәрәк ине. Улар: йырлап сафта йөрөү, һөйгәнеңә хат яҙыу, ҡулда күтәрелеү, автоматты һүтеп-йыйыу, армрестлинг, музыкаль конкурс... Моғайын, арҡан тартышыу һәм кәрзингә туп ырғытыу иң ҡыҙыҡтары булғандыр ҙа. Ә көйәрмәндәр һәр һынауҙа үҙ команадаларына ҡул сабып та, һәр тупты һанап та, хуплап та, ҡыҙғанып та, көс-дәрт биреп торҙо. Бер төрлө форма кейгән, ысын һалдаттарҙай тиерлек ыҫпай, капитандарының һәр әмерен аныҡ үтәүсе егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы, ысынлап та, һәр тамашасы яратып ҡараны. Әгәр бер ярышта башҡорттар еңһә, икенсеһендә мотлаҡ татарҙар алға сыҡты. Шуға жюри ағзаларына еңеүсене билдәләүе бик еңелдән булманы.
Ә жюриға был көндө бик етди кешеләр ингәйне. Улар: БР Хәрби комиссариатының Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары буйынса бүлеге начальнигы подполковник Рөстәм Сәхәбов, Рәсәй ДОССАФ-ының урындағы бүлексәһе етәксеһе запастағы полковник, Төнъяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Сергей Горенко, Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары советы йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, Афғанстандағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Сергей Медведев, шулай уҡ Афғанстандағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Илгиз Аҙнағолов. Конкурсҡа йомғаҡ яһап, Рөстәм Мәғҙән улы һынауҙарҙы үтәгәндә конкурсанттар ебәргән ҡайһы бер хаталарға иғтибар итте, яҡшы әҙерләнгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүсе команданы атаны: ул бер мәрәйгә генә күберәк балл йыйған “Башлегион” командаһы. Ике командаға ла маҡтау грамоталары һәм приздар тапшырылды. Башҡорт гимназия-интернатының таланттары башҡарған концерт номерҙары конкурста ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла матур бүләк булды.
Ҡаланың ике гимназияһы араһында бындай ярыш тәүләп ойошторолдо. Ул тамамланғас, һәр кем ошондай осрашыуҙар йылда уҙғарылһын ине, тигән теләк белдерҙе.