Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2019, 17:53

Бәләбәй оло ҡорға делегаттар һайланы

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙғарылған муниципаль район башҡорттары ҡоролтайы БАССР-ҙың 100 йыллығына һәм июнь аҙағында Өфөлә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлеккә арналды

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙғарылған муниципаль район башҡорттары ҡоролтайы БАССР-ҙың 100 йыллығына һәм июнь аҙағында Өфөлә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлеккә арналды

Сараға район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, ҡала һәм ауыл биләмәләре, мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт ойошмалары, райондың милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – барлығы 151 делегат саҡырылды. Ҡоролтай башҡорт халҡының милли гимны “Урал” көйөн башҡарыуҙан башланып китте.

Форум эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы, журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, “Башҡорттар ҡоролтайы”ның (конгресс) Көнбайыш район-ара берекмәһе етәксеһе Дилбәр Фәтхетдинова, МР хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин ҡатнаштылар. Сараны район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сәлих Хәйруллин алып барҙы. Ҡор милләттең иң мөһим мәсьәләләре хәл ителә торған халыҡ йыйындары трацияларын дауам иттерҙе.

Александр Павлович йыйылғандарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. “Башҡорттарҙың бөгөнгө ҡоролтайын район милләт-ара татыулыҡ, социаль өлкәнең, иҡтисадтың тотороҡло үҫеше шарттарында ҡаршылай. Беҙҙең уңыштарҙың тыуған яҡтың сәскә атыуына, күп милләтле халыҡтарҙың дуҫлығы нығыуына нигеҙ булырына ышанам,”– тине ул һәм форумға уңышлы эш теләне. Дилбәр Ғайса ҡыҙы үҙенең сығышында башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын эшләү мәсьәләләренә, уға тәҡдимдәр һәм идеялар индереү кәрәклегенә ҙур иғтибар бирҙе. Был “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн” проекты 20-30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы тәҡдим иткән документ ул. Әҙер проект V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында раҫланасаҡ.

Сәлих Ғөбәйҙулла улы 2015-2018 йылдар өсөн отчет телмәре менән сығыш яһаны һәм ошо осорҙа төрлө йүнәлештә уҙғарылған сараларға байҡау яһаны. Ул телде һәм мәҙәниәтебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау мәсьәләләренә генә түгел, ә үҫмер быуынға патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, эскелеккә һәм наркоманияға ҡаршы көрәш, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙы пропагандалау проблемаларына ла туҡталды. Шулай уҡ Сәлих Ғөбәйҙулла улы Мәғариф идаралығы белгестәренең, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эҙмә-эҙлекле эшен маҡтап телгә алды. Улар балаларҙы йәмәғәт өсөн файҙалы эштәргә йәлеп итеүгә лә ҙур иғтибар бирәләр. “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең “Ләйсән” фольклор, Өҫән-Ивановка ауылының “Һандуғасҡай” коллективтарының, Үҙәк мәҙәниәт һарайының “Дарман” ҡурайсылар ансамбленең ағартыу һәм пропаганда эшенә тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды; Мәтәүбашта Һәм Туҙлыҡушта, башҡа ауыл биләмәләрендә республиканың 100 йыллығы айҡанлы уҙғарылған сараларҙың йөкмәткеле үтеүен билдәләне. МР ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе бағыусыларҙың аҡсалата ярҙамынан башҡа күп сараларҙы уҙғарып булмауын да әйтеп үтте. Индивидуаль эшҡыуарҙар Раян Хәлиуллин менән Руслан Бикҡужин, “Бәләбәй электр селтәрҙәре” йәмғиәте директоры Илсур Туҡтамышев (ҡыҙғанысҡа, ул яңыраҡ башҡа эшкә күскән), “Урал-Аудит” йәмғиәте етәксеһе Нурфаяз Низаметдинов, Бәләбәй һөт комбинатының генераль директоры Евгений Линкевич ҡоролтайҙы ярҙамдарынан ташламайҙар.

– Беҙ республиканың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫтыҡ, уның ниндәй булырын алдан белеп булмай. Шулай ҙа, уҙған быуат тәжрибәһенән сығып, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухилыҡты хәстәрләйбеҙ, дуҫ, татыу йәшәйбеҙ, тарихи хәтерҙе һаҡлайбыҙ, заманса технологиялар ҡулланабыҙ икән, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр, – тип һүҙен тамамланы Сәлих Хәйруллин.

Доклад буйынса фекер алышыуҙа башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Борисова, Приют ҡасабаһының 22-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Никитина, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҙыусы Камил Фазлетдинов ҡатнаштылар. Ҡор ҡунағы Салауат Хәмиҙуллин БАССР төҙөлөүҙең, башҡорт теле формалашыуҙың тарихи сығанаҡтарына туҡталды. Шулай уҡ Салауат Ишмөхәмәт улы район активистары Камил Фазлетдиновҡа, Раян Хәлиуллин, Эдуард Ағишев, Светлана Гәрәеваға һәм Зүлиә Исламоваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Ҡор делегаттары киләһе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланы. Башҡарма комитет тәҡдим иткән өс кешенән башҡа, тағы бер кандидат аталды. Делегат итеп бер тауыштан Дилбәр Фәтхетдинова, күпселек тауыш менән Сәлих Хәйруллин һәм Зүлиә Исламова һайландылар.

Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар ҡабул иткән резолюцияла бөтә ҡаралған мәсьәләләр, киләһе йылдарға бурыстар сағылыш тапты.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Елена Торгашова фотолары



Читайте нас: