Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
2 Декабрь 2022, 15:00

«Айыҡ ауыл» проекты башлана

«Айыҡ ауыл» проектына быйыл урта һөнәри белем биреү йорттары һәм медицина колледждары ла ҡушыласаҡ.

«Айыҡ ауыл» проекты башлана
«Айыҡ ауыл» проекты башлана

Студенттар, конкурста ҡатнашыусы ауылдарға йөрөп, медицина хеҙмәте күрһәтәсәк, спорт саралары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Был турала проекттың ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙеләр. Конкурс барышына шулай уҡ китапханалар ҙа йәлеп ителә. Мәҙәниәт учреждениеларында ғаилә өсөн йыйындар, күмәкләп социаль фильмдар ҡарау, фекер алышыуҙар ойоштороу күҙаллана.

Айыҡ ауыл конкурсының төп ҡағиҙәләре үҙгәрешһеҙ ҡала. Быйыл да уның бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, проект хәҙер айыҡ ауылдарҙы асыҡлау сараһы ғына түгел. Коммуналь мәсьәләләрҙе хәл итеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡты тәртипкә килтереү, халыҡты берләштереү мөмкинлеге лә. Уның ҡарауы, талаптар ҙа арта. Проект координаторҙары ҡатнашыусыларҙы ғариза тапшырыу, документтарҙы тултырыу эшенә лә етдирәк ҡарарға өндәй.

Автор:
Читайте нас: