Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
24 Декабрь 2023, 16:30

Резеда Әминеваға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса советтың II ултырышы үтте. Сараны асып, төбәк етәксеһе йыл дауамында республикала ниндәй ҙур саралар һәм төҙөлөш эштәре барғанлығын һөйләне һәм бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы.  “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ моңло тауышлы йырсыһы Резеда Әминева ла лайыҡ булды.

Резеда Әминеваға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде
Резеда Әминеваға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде

Резеда Рәүеф ҡыҙы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманованың вокал класында уҡый. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.  30 йылдан ашыу башҡорт эстрадаһында эшләгән йырсы “Юлдаш” радиоһы тапшырыуҙарының музыкаль мөхәррире булып эшләй. Башҡорт эстрадаһында үҙ юлы, үҙ тауышы булған, тиҫтәләгән йырҙар авторы Резеда Рәүеф ҡыҙын юғары наградаһы – “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Моңло йырҙары менән артабан да ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: