Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
31 Декабрь 2023, 10:51

Бастилия операһында Илдар Абдразаҡовты икенсе башҡарыусыға алмаштырҙылар

...

Бастилия операһында Илдар Абдразаҡовты икенсе башҡарыусыға алмаштырҙылар
Бастилия операһында Илдар Абдразаҡовты икенсе башҡарыусыға алмаштырҙылар

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡовты Париж, Вена һәм Цюрих опералары спектаклдәре составынан алдылар. Был уның Владимир Путинды президентлыҡҡа күрһәтеү сараларында ҡатнашыуы менән бәйле, тип хәбәр итә Opera Ballet ТГ-каналы.

Бастилия операһының рәсми сайтында былай тиелә: «Илдар Абдразаҡов быйылғы миҙгелдә «Дон Кихот»тың яңы ҡуйылышында төп ролде башҡармай. Дон Кихот ролен Кристиан Ван Хорн уйнай».

Цюрихта Абдразаҡов Россиниҙың «Итальянка в Алжире», ә Венала Вердиҙың «Набукко» операһында ҡатнашырға тейеш ине.

Илдар Абдразаҡов 2024 йылғы һайлауҙа Путинды президентлыҡҡа бойондороҡһоҙ кандидат итеп күрһәтеү буйынса «һайлаусылар төркөмө йыйылышында» ҡатнашҡан биш музыкаль театр һәм академик музыка вәкиленең береһе булды. Унан тыш, инициатива төркөмөнә Валерий Гергиев, Юрий Башмет, Хибла Герзмава һәм Николай Цискаридзе инде.

Автор:По материалам издания ИА "Башинформ"
Читайте нас: