Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
2 Ғинуар , 13:19

Был аш бер кемде лә битараф ҡалдырмай

Уны әҙерләүе лә, байрамдағы ауыр ризыҡтарҙан һуң ашауы ла еңел. 

Был аш бер кемде лә битараф ҡалдырмай
Был аш бер кемде лә битараф ҡалдырмай

Байрамға әҙерләнгән салат, ит ризыҡтарын ашап бөттөгөҙмө әле? Бөгөн иғтибарығыҙға еңел генә аш тәҡдим итәбеҙ. Уны әҙерләүе лә еңел, ашауы ла.

Ҡалын төплө кәстрүлгә 60 грамм аҡ май һалабыҙ, өҫтөнә ике баш туралаған һуған һәм бер кишер ҡырабыҙ. Куркума, паприка, хмели-сунели кеүек тәмләткестәр һалһағыҙ, ашҡа матур һары төҫ тә инер, тәме лә үҙенсәлеклерәк булыр. Шунан тауыҡтың түш итен шаҡмаҡлап турап һалырға һәм ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ике картуфты шаҡмаҡлап турап һалабыҙ. Уның бешеүенә өс-дүрт ҡалаҡ вермешель өҫтәйбеҙ һәм иң аҙағынан ярты ҡап иретелгән сыр өҫтәйбеҙ. Сырҙы күберәк һалһағыҙ ҙа ҡурҡыныс түгел, аш тәмлерәк килеп сығасаҡ. Ашты йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә онотмағыҙ. Яратһағыҙ, гренки һалып ашарға була. 

Был аш бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Кем ашап ҡарай, һәр саҡ рецептын һорап ала. Шулай булғас, мотлаҡ әҙерләп ҡарағыҙ. 

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 
Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: