Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
3 Ғинуар , 19:46

Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте

Байрам сараһында  300-ҙән ашыу Ҡарһылыу ҡатнашты. Сара Анна Семеновичтың концерты менән тамамланды.

Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте

Бөгөн, 3 ғинуарҙа,  Өфө ҡалаһында "Ҡарһылыуҙар парады" республика фестивале гөрләп үтте.  Сара “Терра Зима” Яңы йыл фестивале сиктәрендә икенсе йыл рәттән үткәрелә.

Быйыл парадты Рәсәй актрисаһы, эстрада йырсыһы Анна Семенович етәкләне. Күңелле йөрөштә теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнашты, улар тик Ҡарһылыу костюмында булырға тейеш ине.

Парад «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙандан башланды. Һылыуҡайҙарҙы Ҡыш бабайҙар оркестры башҡарыуында "тере" музыка оҙатып йөрөнө.

Бәйге барышында дефиле буйынса ярыштылар һәм флешмобта ҡатнаштылар. Байрам сараһында бөтәһе 300-ҙән ашыу Ҡарһылыу ҡатнашты. 100 мең һум күләмендә төп бүләк аласаҡ еңеүсенең исеме һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Сара Анна Семеновичтың концерты менән тамамланды.

Билдәләп үтергә кәрәк, иртәгә, 4 ғинуарҙа,  “Терра Зима” Яңы йыл фестиваленең аҙаҡҡы көнө. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көн “Ат-сана экипаждары” парады менән хәтерҙә ҡаласаҡ, ул «Торатау» конгресс-холы («Ватан» паркы) янындағы түбәнге майҙансыҡтан старт аласаҡ.

Сараны уҙғарыу урыны - Ағиҙел йылғаһы яры. Парад барышында ат егеү кәрәк-яраҡтарын сағыу, үҙенсәлекле биҙәүгә һәм экипажды биҙәүгә конкурс уҙғарыла. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы аттарҙа йөрөү, "тере" музыка, баянға ҡушылып йырлау һәм күңелле кәйеф көтә.

Фото: Олег Яровиков.

Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте
Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: