Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
7 Ғинуар , 19:35

Баллы һыу эсһәң...

Ябай ғына был эсемлектең файҙаһы иҫ китмәле ҙур! 

Баллы һыу эсһәң...
Баллы һыу эсһәң...

Иртән тороу менән баллы һыу эсеүҙең файҙаһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Моғайын, барҙыр. Бөгөн быны нисек эшләргә икәнлеген өйрәтмәксебеҙ.

Башҡортостанда йәшәгән кешеләр балдың ни тиклем файҙалы ризыҡ икәнлеген яҡшы белә, шуға күрә улар тураһында яҙып тормайбыҙ. Беҙ балды былай ҡалаҡлап та, сәйгә ҡушып та ашарға күнеккән. Ә бына уны һыуға ҡушып эсһәң, белгестәр файҙаһы тағы ла күберәк ти. Эсемлектең иң мөһим үҙенсәлеге – аш һеңдереү системаһына һәм эсәккә ыңғай тәьҫир итеү. Ул паразиттарҙың, бактерияларҙың һәм бәшмәктәрҙең нормаль йәшәүе өсөн мөмкин булмаған мөхит тыуҙыра. Эсемлекте даими ҡабул итеү ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙартыуға килтерәсәк.

Шулай уҡ балдың эсәктә дисбактериозға килтереүсе патоген флора булыуы сәбәпле ҡатып ҡалған массаларҙы эретеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Эсемлек йыуан эсәктең эшен тергеҙергә һәм лимфаны токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә.

Эсемлекте әҙерләгәндә шуны иғтибарға алығыҙ: бал бер нисек тә эшкәртелмәгән булһын, ә һыу таҙартылған тик ҡайнамаған булырға тейеш. Фильтр аша үткәрелгән, йәки шешәләргә ҡойолған газһыҙ һыу бара.

Классик рецепт буйынса бер стакан һыуға (200 мг) бер сәй ҡалағы бал һалыу етә. Уны дөрөҫ ваҡытта эсергә онотмағыҙ. Иң яҡшыһы иртәнсәк, сәғәт 7-гә тиклем ас килеш эсеү. Эсемлек әле генә әҙерләнгән булырға тейеш. Әҙерләнгән һыуҙы шунда уҡ, бер юлы эсеп бөтөргә кәрәк. Әгәр кис эсәһегеҙ икән, быны йоҡоға тиклем бер сәғәт ҡалғас эшләргә кәрәк. Көндөҙ икән, ашарҙан 20 минут алда эсегеҙ.

Әйткәндәй, эсемлекте күп эсергә ярамай. Был файҙа килтермәй. Бер юлы бер стакан эсеү етә. Дауалау курсы 30 көн, бынан һуң ике аҙна ял итергә була. Эсемлеккә кире реакция булмаһа, уны даими эсә алаһығыҙ.

Балдың көслө аллерген икәнлеген онотмағыҙ. Дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: everytips.ru

Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: