Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
20 Ғинуар , 10:05

Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин

Фондтың Башҡортостан Республикаһындағы филиалы белгестәре аңлата.

Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин
Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин

Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итеү. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа һәм Ватан һаҡсыларына тыныс тормошҡа яйлашырға булышлыҡ итә.

Фонд түбәндәге йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтә:

- комплекслы булышлыҡ итеү, социаль һәм йәмғиәткә яраҡлашыуҙы тәьмин итеү, уҡытыу, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү;

- психологик-терапевт ярҙамы;

- социаль ярҙам сараларын юллау һәм уның менән файҙаланыу йәһәтенән юридик ярҙам;

- дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары функциональ протездар һәм протез-ортопедия тауарҙары менән тәьмин итеү;

- медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауаһы, өйҙә (оҙайлы) тәрбиәләү хеҙмәттәренән файҙаланыуға булышлыҡ итеү;

- инвалид ветерандарҙың торлаҡ биналарын шәхси ихтыяждарға яраҡлаштырыу;

- документтар юллауҙа (тергеҙеүҙә) һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыуҙа ярҙам итеү.

Бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса ярҙам алырға мөмкин.

Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторолдо.

Автор:по материалам соцсети "Аңлатабыҙ_Башҡортостан"
Читайте нас: