Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
23 Ғинуар , 11:32

Әлеге һалҡындарҙа дөрөҫ туҡланығыҙ

 Ниндәй аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә? Белгес кәңәшен уҡыйыҡ.

Әлеге һалҡындарҙа дөрөҫ туҡланығыҙ
Әлеге һалҡындарҙа дөрөҫ туҡланығыҙ

Балаларҙың, шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеге ныҡ булһын өсөн уларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бүлергә кәрәк. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш диетологы, Федераль тикшеренеү аҙыҡ-түлек, биотехнологиялар һәм хәүефһеҙлек үҙәге ғилми етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Тутельян әлеге ваҡытта ниндәй еләк-емешкә һәм йәшелсәгә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә.

Виктор Тутельян экзотик түгел, һәр кем һатып алырлыҡ, миҙгел еләк-емеш һәм йәшелсәһен күберәк ҡулланыу кәрәклеген билдәләгән. “Ҡыш күптәрҙең манго кеүек емеш-еләкте эҙләп, һатып алыу өсөн мөмкинлеге аҙыраҡ икән, үҙебеҙҙә үҫкән алманың витаминдар йәһәтенән күпкә өҫтөнлөрәк булыуын онотмайыҡ. Улар бигерәк әле организмға кәрәкле С витамины сығанағы ла”, – тип белдерә диетолог. Ул шулай уҡ үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләккә, йәшелсәгә күберәк иғтибар бүлергә ҡушҡан. “Шул уҡ кәбеҫтәне һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Ул, күп кенә салат һәм башҡа үҫемлектәр менән сағыштырғанда, файҙалыраҡ”, – ти ул.

Диетолог сәләмәт туҡланыуҙың өс компонентҡа – кешенең финанс мөмкинлектәренә, магазиндарҙағы аҙыҡ-түлектең төрлөлөгөнә һәм компетентлы сығанаҡтарҙан сәләмәт туҡланыу тураһындағы мәғлүмәттәргә бәйле икәнлеге, шулай уҡ хәҙер күптәрҙең бер ниндәй нигеҙһеҙ үҙен сәләмәт туҡланыу белгесе тип һанауы хаҡында әйткән. “Был һаулыҡҡа етди зыян килтерергә мөмкин”, – тип белдерә диетолог.

Һәр көн туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн мөһим төрлө витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай.

Һөт, мәҫәлән, ғүмерҙе оҙайтып ҡына ҡалмай, сәләмәтлекте лә нығыта. Көн һайын уны бер аҙ эскәндә, йөрәккә бәйле проблемалар 15-20 процентҡа кәмей. Һөт эсемлектәренә килгәндә, био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк юлдарын “яҡшы” бактериялар менән байыта.

Кеше организмының 70 проценты һыуҙан торғанлығын һәр кем, хатта бәләкәстәр ҙә белә. Һәр ғәмәлдә сама кәрәк, тигәндәй, һыу эскәндә ошо һүҙҙәр хаҡында оноторға ярамай. Юғиһә, ул күп булғанда, бөйөргә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына өҫтәмә ауырлыҡ төшә, ул юҡ икән, хатта кеше ғүмере өҙөлә. Әйткәндәй, кеше олоғайған һайын организмда һыу миҡдары кәмей. Ҡартлыҡ – ул тән туҡымаларының һыуҙы тотҡарлау мөмкинлегенең түбәнәйеүе һөҙөмтәһе. Шуның өсөн дә һыу эсеү ҡағиҙәһен күҙәтеү бик мөһим.

Эсәр һыу шишмә йәки фильтрҙан үткәрелгән, газһыҙ, бер аҙ йылы булһын. Минераль һыу эсеү менән мауығырға ярамай. Составында тоҙҙар булған һыуҙы даими эскәндә бөйөргә ҡом-таш ултырыу һәм тоҙҙар алмашыныуының боҙолоуы ихтимал, шуға уны табип күрһәтмәһе буйынса ғына ҡулланығыҙ. Алкоголле эсемлек һәм ҡәһүә организмға файҙа килтермәй, киреһенсә, һыуҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә. Консерваланған, төрлө газлы, шәрбәтле һуттарҙа шәкәр күп, шуға улар урынына йәшел сәй, еләк-емеш, үлән, имбирь төнәтмәһе эсеү яҡшы, организмдың өстән бер өлөшөн ошо эсемлектәр менән тулыландырырға мөмкин.

Рациональ туҡланыу – кеше сәләмәтлеген яҡшыртҡан шарттарҙың береһе. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш һәм эндокрин сирҙәрҙе иҫкәртә.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтовтың архивынан.ф

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: