Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
29 Ғинуар , 10:15

Алданмағыҙ!

2022 - 2023 йылдарҙа Рәсәй Банкы 100 һәм 5 000 һумлыҡ яңы банкноталарҙы әйләнешкә индерҙе. Мутлашыусылар үҙҙәренең енәйәт схемаларында шунан файҙалана. Улар иҫке аҡсаны яңыларына алмаштырырға тәҡдим итә, иҫкеләре тиҙҙән «янып бөтәсәк» тип раҫлай.

Алданмағыҙ!
Алданмағыҙ!

Ялған аҡсаны таныр өсөн кәм тигәндә өс хәүефһеҙлек билдәһен тикшерергә кәрәк. Уны яҡтылыҡҡа ҡуйып, тотоп һәм ауыштырып ҡарап белергә була.
— Аҡса алмаштырыуға риза булғандар үҙҙәренең аҡсаһы урынына ялғанын аласаҡ, сөнки ысынбарлыҡта купюраларҙы мотлаҡ алмаштырырға тигән фарман юҡ һәм булмаясаҡ та. Сифатын яҡшыртыу һәм ялғанынан һаҡланыу өсөн банкноталар ваҡыты-ваҡыты менән яңыртылып тора. Һуңынан яңы өлгөләр иҫкеләре менән бергә әйләнештә йөрөй. Купюралар туҙған осраҡта тәбиғи рәүештә алмаштырыла, – тип асыҡлыҡ индерә Милли Банктың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эксперты Ольга Зарипова.
Банкноталарҙың бөтә характеристикаһы менән тулыраҡ Рәсәй Банкы сайтында (vk.cc/cpW94H) һәм «Рәсәй Банкы банкноталары» мобиль ҡушымтаһында (vk.cc/co4mDw) танышырға мөмкин.
Шулай уҡ яңы мутлашыу схемаһы – яҡындарығыҙҙың тауышы менән һөйләү хаҡында уҡығыҙ.


Автор:по материалам издания #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Читайте нас: