Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
3 Апрель , 10:18

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарын эштән бушатыу тыйыла

...

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарын эштән бушатыу тыйыла
Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарын эштән бушатыу тыйыла

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарын эштән бушатыу тыйыла. Өсөнсө уҡыуҙа Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәрҙе хупланы.

«Закон эш биреүсенең башланғысы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандарының тол ҡатындарын ире һәләк булғандан һуң бер йыл дауамында эштән бушатыуҙы тыйҙы. Әгәр ҡатын -ҡыҙ ҡабаттан кейәүгә сыҡһа йәки бер нисә тапҡыр хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙоуға юл ҡуйһа, әлеге закон уға ҡағылмай», — тип билдәләгәйне Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

Яуҙа һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, тип иҫәпләй парламентарий. Именлек өсөн ғүмерен ҡорбан иткән һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың тол ҡатындары үҙҙәренең хоҡуҡтары яҡланған икәненә ышанырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-04-02/v-rossii-zapretyat-uvolnyat-vdov-pogibshih-uchastnikov-svo-3711106

Автор:по материалам издания "Башинформ"
Читайте нас: