Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
18 Апрель , 10:02

"Яратам тип әйтеп тороғоҙ"

"Ҡапыл тыныслана ла йылмайып ебәрә". Көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов нилектән ҡатынына асыулана алмай? Уларҙың мөнәсәбәте хаҡында - яҙмала.     

"Яратам тип әйтеп тороғоҙ"
"Яратам тип әйтеп тороғоҙ"

Бөгөнгө мосолман ҡатыны нисек йәшәй? Балаларҙы нисек тәрбиәләргә? Ошо һорауҙар менән Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәгән күп бала әсәһе, көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдиновтың ҡатыны Роза Ғәзинур ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

 – Мөслимә булараҡ, ҡыҙҙарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?

– Иң беренсе барығыҙҙы ла Рамаҙан айын берҙәм, матур үткәреүебеҙ менән ҡотлайым. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙән дә риза булһын, ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен, иншаллаһ!

Беҙ ҙә изге айҙы ғаиләбеҙ менән көтөп алдыҡ. Уның ни тиклем хикмәтле, сауапҡа бай булыуы хаҡында балаларыбыҙға ла һәр саҡ һөйләйбеҙ, ифтарҙарға ла көн дә бергә алып йөрөйбөҙ – барыһын да бәләкәйҙән белеп, күреп үҫһендәр, тибеҙ. Ураҙаны яңғыҙың түгел, ә күмәкләп тотоу шул ҡәҙәр ҙур көс бирә, ауыҙ асыу мәжлестәрендә күрешәһең, аралашаһың, кәңәшләшәһең – ошоларҙың һәммәһе лә балаларыбыҙҙың күңеленә ныҡлы уйылһын ине, тип теләйбеҙ.   

Һорауығыҙға килгәндә, ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү барыбер ауырыраҡ һымаҡ тойола. Киләсәк яҙмыштары өсөн күберәк борсолаһың да, йәлләйһең дә – кемдеңдер ҡулына “тапшырырға” тура киләсәк бит инде. Кейәүҙәр мәрхәмәтле, иманлы ғаиләнән генә булһасы, тип хәҙерҙән үк доғаларымда Аллаһтан һорап торам.

Ҡыҙҙарҙы “бәйҙән ысҡындырырға” ярамай, ҡырҡ урындан тыйырға кәрәк, тиҙәр. Мине, һеңлемде ағайымдар шулай ныҡ ҡаты тотто. Атайым йәшләй баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙҙәрен тәрбиәлә бурыслы тип тойғандарҙыр инде. Дуҫтары килһә, беҙҙе өйгә ҡыуып индереп ебәрҙеләр, клубҡа сығарманылар, һығып торған йә ҡыҫҡа кейемдә йөрөй алманыҡ. Ул ваҡытта бындай сикләүҙәргә үпкәләһәк тә, хәҙер ағайымдарға рәхмәт уҡыйым: киләсәгебеҙҙе хәстәрләгәндәр, әл-хәмдү лил-ләһ!

Ағайҙарымдың һабаҡтарын үҙемдең ҡыҙҙарым инде бәләкәйҙән белә. Уларға ҡаты тәрбиә бирмәйбеҙ, ә барыһын да йомшаҡ ҡына әйтеп өйрәтәбеҙ. Айгиз иһә ҡыҙҙарын бигерәк ныҡ иркәләтә. Иртәнсәк торғанда ла, ҡайҙалыр китергә сыҡҡанында ла, ҡайтҡанында ла иң беренсе Мәҙинә менән Мәрйәмде ҡосаҡлап яратып, күтәреп өйөрөлтөп бер була. “Ҡыҙҙарым минең!” тип кенә тора.

Өлкәнебеҙ Мәҙинәгә быйыл һигеҙ йәш. Үҫкән һайын, әлбиттә, һорауҙары ла күбәйә бара. Барыһын да яҡшы итеп, төптән аңлатырға тырышам. Атайың менән беҙ намаҙ уҡыйбыҙ икән, йүгереп килеп һеҙ ҙә баҫығыҙ – бергә яҡшыраҡ, тим. Тәһәрәтте дөрөҫ итеп алырға өйрәтәм. Яулыҡҡа килгәндә, ябынырға тейешһең тип көсләмәйем, ә ҡояштың эҫеһенән, күҙ тейеүҙән аралай, Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға шундай “һаҡ” биргән, тим. Апаһынан күреп һорағас, Мәрйәмгә лә, ике генә йәштә булһа ла, матур ғына бәләкәй яулыҡтар алып ябындыра башланыҡ. Ҡыҙ кеше нескә бит, күҙ теймәһен, Аллам һаҡлаһын! Мәктәптә һеңлеңдең хижәбенән тартып ыҙалатмаһындар, ҡарап йөрө, яҡлаш, тип Ислам ағаһына гел иҫкәртеп торабыҙ.

– Күреүебеҙсә, һигеҙ йәшлек Мәҙинә бешеренә лә башлаған...

– Эйе. Мине лә әсәйем аш-һыу әҙерләргә иртә өйрәтте. Мәҫәлән, ун йәшемдә ҡамыр баҫа башланым. Ғаиләбеҙ ҙур, көн дә биш икмәк һалабыҙ. Хатта арып бөтә инем. Әсәйем шулай уҡ бәрәңгенең ҡабығын нәҙек кенә итеп, өҙмәй генә әрсергә ҡуша торғайны. Мин дә, күреүегеҙсә, Мәҙинәне яйлап аш-һыу әҙерләргә өйрәтә башланым. Үҙе ярҙам итергә әҙер тора. Печеньелар бешерешә, бигерәк тә тортты биҙәргә ярата. Һеңлеһе лә килеп ҡыҫыла. Уларға ҡамыр ҙа бирәм, блендерҙа эшләргә лә рөхсәт итәм. Ҡыҫылмағыҙ, ҡамасауламағыҙ, тип бер ваҡытта ла ҡыумайым. Әйҙә бысранһындар, нимәнелер түгеп йә төшөрөп тә ебәрһендәр – тик өйрәнһендәр. Өҫтәүенә, ризыҡ уңһа, аталары иң беренсе ҡыҙҙарын маҡтай, тимәк, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә теләктәре көсәйә.

Мине әсәйем, өләсәйемдәр таҙалыҡҡа, тәртипкә лә өйрәтте. Йорт эстәре, йыһазға бай булмаһа ла, ялт итеп торор ине. Таҙалыҡ тупһанан башлана, тип әсәйем көн дә иҙән йыуҙыра торғайны. Барыһы өсөн дә рәхмәт уларға!

– Һеҙҙең өсөн иң мөһиме ниндәй сифат?

– Сабырлыҡ. Шул сифатҡа эйә булһаң, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Тормош көткәндә, әлбиттә, төрлө хәлдәр сығып тора. Шундай саҡтарҙа мин, мәҫәлән, бар сабырлығымды йыйып, өндәшмәй ҡалһам, Айгиз дә тынысланып, йылмайып ебәрә. Икебеҙҙең дә диндә булыуыбыҙ ғаиләлә именлек, иплелек һаҡлауҙа ныҡ ярҙам итә.

Үҙемде гел тәрбиәләп, сабырлығымды “сыныҡтырып” торам. Кемдер насарлыҡ эшләһә лә, яман һүҙ әйтһә лә, һәр саҡ ғәфү итәм. “Һин мине нисек кисерә алдың ул? Үҙеңдән гел көнләштем, күпме насарлыҡ ҡылдым – барыһын да белә инең бит. Ә хәҙер ярҙам итәһең, яҡшы кәңәштәр бирәһең”, – тип бер кешенең илай-илай шылтыратҡаны ла булды. Эйе, Аллаһ Тәғәләнең юлындаһың икән, гел яҡшылыҡҡа ынтылаһың, йөрәгеңдә ауыр йөк йөрөтмәйһең. Айгиз менән беҙ балаларыбыҙҙы ла шулай булырға өйрәтәбеҙ. Берәйһе яман һүҙ әйтә, ғәҙелһеҙ ғәмәлдәр ҡыла икән, уға ҡарай “таш” атмағыҙ, киреһенсә, “аш” менән яуап бирергә тырышығыҙ, тибеҙ. “Ул бит ғәйепле! Нисек түҙеп тормаҡ кәрәк?!” – тиһәләр, яҡшылығыңды күреп үҙгәрәсәк, изгелек тиҙ таралыусан ул, тип аңлатырға тырышабыҙ. “Кешенең өйөнә “йомоҡ күҙ” менән инегеҙ һәм сығығыҙ – унда күргәнегеҙҙе, ишеткәнегеҙҙе һөйләп йөрөмәгеҙ. Тиңдәштәрегеҙ менән арағыҙҙа ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сыҡһа ла, ҡайтып ошаҡлашмағыҙ”, – тип төрлө һабаҡтар биреп, сабыр, түҙемле булырға өйрәтәбеҙ.

– Бала өсөн атай һөйөүенең әһәмиәте хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 – Үҙемдең атайым иртә баҡыйлыҡҡа күсһә лә, уның беҙҙе ни тиклем яратыуын тойоп өлгөрҙөк. Бишебеҙҙе йә урманға, йә тауға алып сығып китер, унда төрлө уйындар уйнатыр, шунда уҡ тәмле ризыҡтар бешереп ашатыр ине. Айгиз дә тап шундай бала күңелле, ныҡ хәстәрлекле, әл-хәмдү лил-ләһ. Билдәле, уның күп ваҡыты ярыштарҙа, күнекмәләрҙә үтә. Балаларҙы атаһын гел яҡшы кәйефтә, йылмайып ҡаршы алырға әҙерләйем. “Атайығыҙға яратам тип әйтеп, ғорурланыуығыҙҙы белдереп тороғоҙ – шулай көс өҫтәйһегеҙ”, тием. Турнирҙарҙа сағында ла балалар аталарына смс-хәбәрҙәр яҙып, һағыныуын еткерә, еңәсәгенә ышанысын белдерә. Бер мәл ярыштан ҡайтыуына бәләкәй улыбыҙ Имранға аҙан уҡырға өйрәтеп ҡуйҙым. Эй ҡыуанды атаһы!

Ҡатындың бәхете – иренең яҡшы булыуында, тиҙәр. Ғүмер юлымда көслө заттың иң аҫыл сифаттарын үҙендә туплаған Айгиз осрағаны өсөн Аллаһ Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡыҙҙарыма аталары кеүек тырыш, иманлы, ғаиләһен бер кемдән дә рәнйетергә бирмәҫ тормош юлдашы осрауын, улдарыма яҡшы, изге күңелле ҡатын биреүен теләп, доғаларымда Аллаһ Тәғәләнән гел һорап торам. Дин юлынан барһалар, иншаллаһ, барыһы ла яҡшы булыр. Ә быға ныҡлы нигеҙҙе бөгөн һалырға тырышабыҙ.

Фотола: Роза Зәйнетдинова ҡыҙы Мәрйәм менән.

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: