Архангел районында яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм юл яны сервисы объекты төҙөлә. Инвесторы – «Уралнефтепродукт» компанияһы. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн компанияға майҙаны 3 мең һәм 4 мең квадрат метрлыҡ ике ер участкаһы ҡуртымға бирелә.
Башҡортостанда юл яны сервисы әүҙем үҫешә. Һуңғы 4 йылда республикала 794 ошондай объект төҙөлгән, йәмғеһе 1800 юл яны сервисы объекты иҫәпләнә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Был 2021 йылда республикала ҡабул ителгән Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһе булып тора. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин да Башҡортостандың юл буйы сервисын үҫтереүҙәге тәжрибәһен тотош илгә таратырға тәҡдим иткәйне.