Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
4 Ноябрь , 09:15

Йондоҙнамә (4 –10 ноябрь)

...

Йондоҙнамә (4 –10 ноябрь)
Йондоҙнамә (4 –10 ноябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна башында мөһим яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ – ул барасаҡ йүнәлеште күрһәтер. Шаршамбыла өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ – бик кәрәкле хәбәрҙе еткерерҙәр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙнаны иң етди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башлағыҙ. Юлығыҙҙа бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш. Кесе йомала ашыҡмағыҙ. Ҡайһы бер нәмәгә төшөнөү өсөн ваҡыт кәрәк булыр.

Ҡуҙы ( 20.02 – 20.03)

Шишәмбелә тура әйткән һүҙегеҙҙең кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Икенсе яҡтан, фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйер, бәлки. Кесе йомала хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ. Ул турала кемдер ваҡытында әйтеп, ярҙам итер.

Буға ( 21.03 – 20.04)

Был арала бөтә эшегеҙ ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Шаршамбыла бер аҙ борсолорға ла тура килер. Йондоҙҙар әлегә ашыҡмаҫҡа, аҙыраҡ сабыр итергә ҡуша. Йомала һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна башында иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был хаталанмауҙан һаҡлар. Шаршамбыла ярҙам эҙләргә тура килер, бәлки. Уны табыуы ауыр булмаҫ һымаҡ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Һеҙҙе иҫтә ҡалырлыҡ төрлө ваҡиғаға бай аҙна көтә. Өмөтлө осрашыуҙар, файҙалы һөйләшеүҙәр ҙә булыр. Уйламаған килем алыуығыҙ ҙа бик ихтимал. Уны ниндәйҙер ҙур эшкә тотонорһоғоҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала күңелегеҙгә ятмаған эштәр менән булышырһығыҙ. Бынан бер нисек тә ҡотола алмаҫһығыҙ. Икенсе яҡтан, алған тәжрибәгеҙҙең ваҡыт үткәс кәрәге тейер. Йомала өмөтлө тәҡдим яһарҙар.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Дүшәмбелә үк һиҙелерлек ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ бар. Оҙаҡламай мәсьәләнең асылына төшөнгәс, барыһы ла еңел китер. Артабан эштәрегеҙ яйланыр. Бер аҙ ял итергә лә форсат тейер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Аҙна һәйбәт үтер. Яңы тәьҫораттар, өмөтлө осрашыуҙар көтөлә. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә мөмкинлек сығыр. Шәмбеләге ваҡиғалар оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр, бәлки. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күбәйер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шуның арҡаһында шишәмбелә ниндәйҙер бик кәрәкле эште булдырырһығыҙ. Йомала яҡындарығыҙҙы ҡыуандырыу өсөн сәбәп табылыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҡайһы бер ваҡиғаның һеҙҙе аптыратыуы ла мөмкин. Шулай ҙа үҙгәреүсән хәлдәрҙең айышына төшөнөрһөгөҙ кеүек. Ниндәйҙер эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Йомала көткәнде алырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙнаға ниәттәр ҡороу ҡыйын булмаҫ. Тик уларҙы бойомға ашырыу уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ булыр. Шаршамбыла бәғзеләр ярҙам эҙләр. Йомалағы һөйләшеү файҙалы уҙыр.

Автор:По материалам издания ИА "Йәшлек"
Читайте нас: