Башҡортостанда юлдарҙағы барлыҡ сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды. Хәрәкәт штат режимында башҡарыла, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көслө ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы сәбәпле Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында (Архангел, Белорет райондарында) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн юл ябылды.
Шулай уҡ кисә көндөҙ М-5 «Урал» трассаһында, Иглин районында 1452-1548 километр, Силәбе өлкәһендә 1548-1835 километр арауығында ваҡытлыса юл хәрәкәте сикләнде.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-11/v-bashkirii-otkryli-vse-trassy-4002484