Айыҡ ауыл
9 Апреля 2025, 06:00

Юлдар ремонтлана башлай

Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү муниципалитетта йәшәүселәр өсөн мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Юлдар ремонтлана башлайЮлдар ремонтлана башлай
Юлдар ремонтлана башлай

2025 йылда төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге ниндәй проблемалы участкалар тәртипкә килтереләсәге хаҡында Бәләбәй районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм юл хужалығы бүлеге начальнигы Зилә Советникова һөйләй:  
– «Йәшәү өсөн инфраструктра» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы хеҙмәтләндергән Аксенов – Аксаков – Бәләбәй автомобиль юлының (36 км-ҙан 39, 419 км-ға тиклем) 3,419 км өлөшө ремонтланасаҡ.

БР Юл хужалығы идаралығы шулай уҡ Бәләбәй – Приют юлының (11,100 км-ҙан 17,600 км-ға тиклем) 6,5 километрлы өлөшөнә асфальт түшәү планда бар, ә тағы ошо уҡ юлдың 4,5 километрҙан 10,4 км тиклемге участкаһын ремонтлау күҙаллана.

Бәләбәй – Өҫән-Ивановка юлының авариялы өлөшөнә (20-нән 23 км-ға тиклем) ҡырсынташ түшәләсәк. Бәләбәй – Иҫке Семенкин – Ҡаңны-Төркәй автомобиль юлының бер өлөшөнә (2-нән 3 км-ға тиклем) шулай уҡ асфальт түшәү ҡаралған.

Светлана Шириня.

Фото «БИ» архивынан

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас