

Дәүләт автоинспекцияһының рәсми статистикаһына ярашлы, юл-транспорт ваҡиғалары һаны буйынса Өфө республикала беренсе урынды биләй.
Ағымдағы йылдың октябрендә Башҡортостан биләмәһендә 246 авария теркәлгән, шуларҙың 108-е төбәктең баш ҡалаһында булған. Өфөләге юл-траспорт ваҡиғаларында 9 кеше һәләк булған, 138 юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.
Икенсе урында – Стәрлетамаҡ, унда отчет осоронда 17 юл фажиғәһеендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 21 граждан йәрәхәтләнгән. Антирейтингтың өсөнсө позицияһында Октябрьский ҡалаһы тора, унда 10 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ун ике кеше зыян күргән.