Айыҡ ауыл
17 Декабрь 2025, 05:05

«Тамыр телеселтәре» мәктәп студияларының иң яҡшы операторы Бәләбәйҙән!

15 декабрҙә Өфөлә «Тамыр телеселтәре» республика мәктәп телестудиялары фестивале үтте. Алтынсы тапҡыр бөтә Башҡортостандан иң яҡшы йәш хәбәрселәр телеүҙәккә йыйылды.

Сараға бары тик студиялар ғына саҡырыу ала, уларҙың сюжеттары йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» телеканалдарында эфирға сыға.

 Фестивалдә иң яҡшы командаларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. 2024-2025 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты студияһы «Иң яҡшы оператор» номинацияһында еңеү яуланы һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

«Бал ҡорто.ТV» телестудияһы етәксеһе, Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламова Зүлиә Хәмзә ҡыҙы хәбәр итеүенсә, уҡыу йылы барышында йәш журналистар мәктәп тормошо тураһында бик күп видеосюжеттар төшөргән һәм монтажлаған. Бөтә материалдар ҙа күп тапҡырҙар Башҡортотсан юлдаш телеканалы эфирҙарында күрһәтелгән.

Зүлиә Хәмзә ҡыҙы«Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы  сиктәрендә «Тамыр телеселтәре» мәктәп студиялары селтәрендә әүҙем эшләгәне, балаларҙы туған телдә төрлө форматтағы видеоконтент әҙерләүҙә ҡатнашырға дәртләндереү оҫталығы һәм ижади ҡарашы өсөн БР Мәғариф министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 Лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө ҡаҙаныштың тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә сағыу юлдың башы ғына булыуын теләйбеҙ!  

 

 

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас