Айыҡ ауыл
22 Января , 05:00

Еңеү өсөн көрәшәсәк

Бәләбәй районы хакимиәтендә «Айыҡ ауыл» республика конкурсының республика этабына әҙерлек, алдағы саралар планын раҫлау мәсьәләләре буйынса ойоштороу кәңәшмәһе үтте.

Еңеү өсөн көрәшәсәкЕңеү өсөн көрәшәсәк
Еңеү өсөн көрәшәсәк

2019 йылдан алып уҙғарылған конкурстың төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың физик һәм рухи сәләмәтлеген тергеҙеү, ялған алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш, халыҡтың традицияларын һәм мәҙәни кодын һаҡлау.

Муниципаль һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Бәләбәй районының Баженов ауылы конкурста ҡатнаша. «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында, бажендарҙан тыш, тағы 13 ауыл еңеү өсөн көрәшәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы аҫтында уҙғарылған конкурста бөтәһе 52 тораҡ пункт теркәлгән. Улар дүрт номинацияла еңеүгә дәғүә итә.

Фото: муниципаль район хакимиәте

Еңеү өсөн көрәшәсәк
Еңеү өсөн көрәшәсәк
Еңеү өсөн көрәшәсәк
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас