

Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә 52 тораҡ пункт дәғүә итә.
Командабыҙҙың сығышы юғары кимәлдә үтте, ә көйәрмәндәребеҙҙең ярҙамы ышаныс өҫтәне.
Ҡағиҙә булараҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен хуплаусы һәм алға этәреүсе үҙ командаһы булған райондар һәм ауылдар конкурс лидерҙары булып тора.
Конкурста еңеүселәр ауыл инфраструктураһын төҙөкләндереүгә һәм үҫтереүгә 1,5-6 миллион һум аҡсалата бүләктәр аласаҡ.
Конкурс йомғаҡтары май айында. Һөҙөмтәләр көтәбеҙ.
Район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән