Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Июль 2022, 17:00

Мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Муниципаль район хужалыҡтарында яуаплы кампания дауам итә. Малдарҙың нисек ҡышлаясағы бөгөн күпме бесән, сенаж әҙерләүгә бәйле.

Мал аҙығы әҙерләү дауам итә
Мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Ниһайәт, көндәр ҡоро, эҫе тора. Ауыл эшсәндәренә рәхәтләнеп бесән сабырға була. Ул тиҙ кибә, сенаж һалырға ла уңайлы. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса,  «Северная Нива Башкирия» йәмғиәте, К. Иванов исемендәге кооператив сенаж һалыуҙа алда баралар. Улар йөкләмәнең 70 процентҡа яҡынын үтәгән. Бесән әҙерләүҙә ошо уҡ хужалыҡтар, «Сулпан» йәмғиәте, Николай Петровтың, Алексей Гришаниндың, Елена Хөснөтдинованың фермер (крәҫтиән) хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Сергей Липилиндың хужалығында ла был эш яҡшы ғына ойошторолған.

Елена Торгашова фотоһы

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: