Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Август 2022, 13:00

Баҫыуҙарҙа бешә арыштар...

Баҫыуҙар алтынһыу төҫкә инде. Ауыл эшсәндәре көҙгө уңышты йыйыу эшенә кереште.

Баҫыуҙарҙа бешә арыштар...
Баҫыуҙарҙа бешә арыштар...

«Сулпан» йәмғиәте районда тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө. Быйыл сулпандар ярайһы яҡшы ғына уңыш үҫтергән. Хужалыҡ етәксеһе Урал Нәбиуллин, ураҡта ҡатнашыусылар таңдан алып ҡараңғы төшкәнсе баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй. Комбайнсылар Радик Нуретдинов, Фидан Ғәлимов, механизатор Виктор Павлов, водителдәр Валерий Минекәев, Виталий Иванов үҙ эштәрен белеп, эҫелә янып-көйөп, үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға тырышалар.

Баҫыуға килтереп, игенселәргә төшкө аш ашаталар. «Аштар тәмле лә, туҡлыҡлы ла», –  тип маҡтайҙар улар, өҫтәүенә саф һауала.

Ураҡтың тәүге көндәрендә 280 гектарҙан ужым шипкәне йыйып алғандар. Беҙ килгән көндә ужым бойҙайын йыялар ине. Башаҡтар туҡ, һутлы. Бындай уңыш күптән булғаны юҡ ине. Һәр гектарҙан 30-ҙан ашыу центнер уңыш алалар. Ураҡ осоронда хужалыҡта ужым арышын, яҙғы бойҙай һәм көнбағыш йыяһы бар. Урып-йыйыу эштәре хужалыҡта ойошҡан рәүештә бара. Шунлыҡтан эштәрҙең ваҡытында теүәлләнеренә шик юҡ.

Елена Петрова фотолары

Баҫыуҙарҙа бешә арыштар...
Баҫыуҙарҙа бешә арыштар...
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: