Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Август 2022, 09:05

"Ауыл ипотекаһы" - 0,1-3 процент ставкаһы менән

"Ауыл ипотекаһы"нан  файҙаланып, йылына 0,1-3 процент ставкаһы менән йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит алырға мөмкин.

"Ауыл ипотекаһы" - 0,1-3 процент ставкаһы менән
"Ауыл ипотекаһы" - 0,1-3 процент ставкаһы менән

Программа 2020 йылдан эшләй. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында был программа буйынса төбәктә 378 миллион һумлыҡ 142 кредит бирелгән. 

2022 йылдың 18 авгусында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ауыл ипотекаһын срокһыҙ оҙайтыу хаҡында иғлан итте. 

"Ауыл ипотекаһы" ярҙамында льготалы ставка буйынса түбәндәге эштәр өсөн кредит алырға мөмкин:

  һатыу - һатып алыу килешеүе буйынса әҙер торлаҡ йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе нигеҙендә төҙөлөп ятҡан йорттан фатир һатып алыу;

  ер участкаһы һатып алыу һәм унда торлаҡ төҙөү;

  әҙер шәхси йорт алыу;

  әҙер участкала торлаҡ төҙөү.

Шуныһы мөһим: программа ауыл ерендә һәм иң күбе 30 мең кеше йәшәгән ҡалаларҙа ғына эшләй. Программа шарттары ошо һылтанма буйынса: https://xn--h1alcedd.xn--d1aqf.xn--p1ai/instructions/selskaya-ipoteka-voprosy-i-otvety/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: