Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Сентябрь 2022, 15:00

Мәтәүбашта бал туйы

Һәр йылдағыса Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылының һабантуй яланында «Бал туйы» байрамы уҙҙы.

Мәтәүбашта бал туйы
Мәтәүбашта бал туйы

Байрам көнө аяҙ, ҡояшлы булды. Байтаҡ йылдар ойошторолоп килгәнгә, тирә-йүндә йәшәүселәр сара уҙғарылаһын белеп, аҡсаларын йыйып, әҙерләп торалар, бал алырға теләгәндәр нәҡ ошонда килә.

Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан, Башҡортотсандың яҡын һәм алыҫ райондарынан һәм, әлбиттә, үҙ районыбыҙҙан, ауылдан сәскә, ҡарабойҙай, йүкә балдары алып килгән умартасылар татлы ризыҡты һатыу менән бергә үҙ-ара аралашып, кәңәш ҡороп кинәнделәр, фекер алыштылар, үҙҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә Бал байрамы уҙғарҙылар – йәй буйы алып барған мәшәҡәтле эштәренә үҙенсәлекле йомғаҡ яһанылар.

Сарала иң яҡшы балға, тимәк, умартасыға ла, конкурс ойошторолдо. Беренсе урынға Татарстандың Һаба районынан килгән Данил Яруллин лайыҡ булды. Икенселә Хәйҙәр Боғҙанов (Нуриман районы), өсөнсөлә – Туймазынан Әнфис Ҡамашев.

Ауыл халҡы, һатып алыусылар ҡәнәғәт. Уңған ҡыҙҙар ҡарабойҙай бутҡаһы ла бешергәндәр, теләгән һәр кем хуш еҫле бал һатып алды, тәмле бутҡанан да ауыҙ итте, балалар һүрәттәр конкурсында ҡатнашты.

Ауыл хакимиәте башлығы Нәзир Ғайсин:

– Был байрамды ойоштороуға тырышлыҡ һалған «Сулпан» йәмғиәте етәксеһе Урал Нәбиуллинға, эшҡыуар Марат Зәйруллинға, ауыл мәктәбе директоры Игорь Борисовҡа, шулай уҡ аш-һыу оҫталары Клара Алмаҡаеваға, Әлфиә Шафиҡоваға, Рәмилә Апееваларға бар ауыл халҡы исеменән рәхмәт, – тип белдерҙе.

 

Бал ҡорто хаҡында ҡыҙыҡлы факттар

Беҙҙең Башҡортостанды Бал иле тип атайҙар. Беҙҙә күп кешеләр умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бал ҡорттары сәскәнәнә-сәскәгә ҡунып бал йыялар, ә умартасылар уларға умарталар-өйҙәр яһайҙар. Бал бик тәмле һәм шифалы, ул күп ауырыуҙарҙан дауа. Бал боҙолмай.

Бал ҡорто бик ҡыҙыҡ, аҡыллы. Уның биш күҙе бар. Бер кило бал алыр өсөн ҡортҡа 8 миллион сәскәгә ҡунырға кәрәк. Ул бер көндә биш мең сәскәгә ҡуна. Ул үҙ өйөнә аҙашмайса осоп ҡайта. Ысын бал космонавттар рационына индерелгән. Тырыш кешене бал ҡорто кеүек эшләй, тиҙәр.

Зәйфә Сәлихова  

 

 

Мәтәүбашта бал туйы
Мәтәүбашта бал туйы
Мәтәүбашта бал туйы
Мәтәүбашта бал туйы
Автор:
Читайте нас: