Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
29 Сентябрь 2022, 14:00

Урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара

27 сентябргә ҡарата район игенселәре 95, 4%  майҙанда бөртөклө культураларҙы йыйып алған. Был 21 100 га.

Урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара
Урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара

Игендең тулайым йыйымы – 51 700 тонна. Бер гектарҙан уртаса 24, 6 ц уңыш алына.
«Сулпан» йәмғиәте, К. Иванов исемендәге кооператив, эшҡыуар В.В. Якушин,  Петров Н.П., Гришанин А.А., Знаменка ауыл советына ҡараған крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бөртөклө культураларҙы йыйыуҙы тамамлаған. «Малиновка» кооперативы, Липилин С.Б., Өҫән-Ивановка ауыл советына ҡараған хужалыҡтар ҙа был эште теүәлләгән.

Бәләбәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, иң ҙур уңышты «Линда» йәмғиәтендә, Денис Шахов һәм Денис Шәүәлиевтың фермер хужалыҡтарында алалар. Уртаса гектарынан 30–35 ц, ҡайһы бер баҫыуҙар 40–45-шәр центнер ҙа бирә.

Хәҙер ауыл хеҙмәтсәндәренә ҡарабойҙай, көнбағыш урырға кәрәк.

Улар ужым сәсеүҙе лә теүәлләп баралар – 9 230 га майҙанға сәселгән дә инде.  К. Иванов исемендәге ҡооперативта, «Өҫән», «Северная Нива Башкирия» йәмғиәттәре, эшҡыуар В.В. Якушиндың, Петров Н.П., Гришанин А.А., Соловьев В.В. фермер хужалыҡтарында ужым культуралары ҙур майҙандар биләй.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: