Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Ноябрь 2022, 12:00

Көн тәртибендә – малдарҙы ҡышлатыу

Бәләбәй районы хужалыҡтарында иң яуаплы осор – мал ҡышлатыу осоро башланды. Малсылыҡтың үҫеше ошо ваҡыттың уңышлы үтеүенә бәйле.

Көн тәртибендә – малдарҙы ҡышлатыу
Көн тәртибендә – малдарҙы ҡышлатыу

Бөгөн малсыларҙың төп бурысы – малдарҙы йылыла, туҡ итеп аҫрау һәм һалҡын осорҙа уларҙың продуктлылығын һаҡлау һәм үҫтереү.

– Район биләмәһендә 54 малсылыҡ бинаһы бар, шул иҫәптә 15 һөтсөлөк фермаһы, алты аттар өсөн һәм 18 сусҡалар өсөн бина, – тип һөйләне муниципаль район хакимиәте ауыл хужалығы хеҙмәтенең баш зоотехнигы Валентина Шәйәхмәтова. – Йәйен хужалыҡтар биналарҙы таҙартты, ағартты, кәрәк ерҙә иҙәндәрен алыштырҙы, ҡураларҙы ремонтланы. Октябрь башына барлыҡ мал йылы фермаларға индерелде.

Хужалыҡтарҙа 8 925 баш мал ҡышлаясаҡ, уларҙың 3 296-һы – һыйыр, 93 037 –  сусҡа, 7 948 – һарыҡ һәм кәзәләр.

Мал аҙығы әҙерләү тулыһынса тамамланды. 19 639  тонна силос, 18 020 т бесән һәм 14 086 тонна сенаж әҙерләнде. Уртаса бер баш малға 29, 5 ц мал аҙығы тура килә. Тимәк, беҙҙең малсылар ҡышҡылыҡҡа әҙер.

Фотоларҙа: фермер Елена Хөснөтдинованың хужалығында мал ҡышлатыу бара

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: