Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Декабрь 2022, 17:00

Йортоғоҙ бик матурмы? Конкурста ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республика ауылдарындағы һәм ҡалаларындағы иң шәп шәхси йортто асыҡлау өсөн конкурс ойоштора. Сара шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү, иң шәп тәжрибәне таратыу һәм иҡтисади йәһәттән отошло проекттарҙы асыҡлау өсөн үткәрелә.

Йортоғоҙ бик матурмы? Конкурста ҡатнашығыҙ!
Йортоғоҙ бик матурмы? Конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурста шәхси төҙөүселәр ҙә, республиканың төҙөлөш һәм муниципаль ойошмалары ла, муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнаша ала. Шарттары менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтында тулыраҡ танышырға мөмкин, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ғаризалар 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы вәкилдәренән, белгестәренән торған комиссия 31 декабргә тиклем конкурс проекттарын ҡарай һәм иң яҡшыларын һайлай. Төрлө номинацияларҙағы еңеүселәр ғинуарҙа бүләкләнәсәк.

Проекттар эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем (төшкө тәнәфес - 13:00-дән 14:00 сәғәткә тиклем) Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 206-сы бүлмәлә ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-09-06.  

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: