Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Декабрь 2022, 17:00

Мәтәүбаштар - балалар майҙансығы өсөн!

Мәтәүбаш ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында (ППМИ) ҡатнашыу йәһәтенән ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең йыйылышы булды.

Мәтәүбаштар - балалар майҙансығы өсөн!
Мәтәүбаштар - балалар майҙансығы өсөн!

Ауыл биләмәһе башлығы Нәзир Ғайсин ауыл халҡының был программала инде ҡатнашыуын, уның ярҙамында ауылды төҙөкләндереү мәсьәләһе хәл ителеүен билдәләне. Нәзир Мөнир улы программала ҡатнашыу тәртибе, был проектта өлөшләтә ҡатнашыу дәүмәле хаҡында һөйләне.

Йыйылышҡа килеүселәр ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе. Улар араһында – балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү.

Бындай майҙансыҡ булдырыу һөҙөмтәһендә Мәтәүбаш ауылында бер нисә мөһим проблема хәл ителер тип уйлайбыҙ: балаларҙың ялын ойоштороу, тормош һәм һаулыҡ хәүефһеҙлеге мәьәләләре, сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу.
Мәктәп уҡыусылары менән балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр фекер алышыуҙан ситтә ҡалманы. Улар «Минең хыялымдағы балалар майҙансығы» тип аталған ижади эштәр күргәҙмәһендә ҡатнашты. Уҡытыусы И.В. Борисова етәкселегендә уҡыусылар шулай уҡ, ауыл халҡы алдында сығыш яһап, хыялдары тураһында һөйләнеләр.
Мәтәүбаш ауыл биләмәһе халҡы киләһе йылдағы конкурста еңеүгә өмөт итә. Уңышлы ҡатнашыу һәм еңеү, бер һүҙһеҙ, халыҡтың активлығына бәйле.

– Программала ҡатнашыу – яҡшы, кәрәкле эш, тип иҫәпләйҙәр башланғысты хуплаусылар.

Редакцияға был хаҡта уҡытыусы Раушания Ғайсина яҙған

Автор:
Читайте нас: