Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Февраль 2023, 16:00

«Өс йыл элек кенә бында асыҡ ялан ине»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. Унда шундай һүҙҙәр бар:

«Өс йыл элек кенә бында асыҡ ялан ине»
«Өс йыл элек кенә бында асыҡ ялан ине»

«Өс йыл элек кенә бында асыҡ ялан ине. Хәҙер иһә  ҙур, юғары технологиялы предприятие урынлашҡан. Ауыл хужалығы өҫтөнлөк иткән  райондар башлыҡтары менән бергә Йәрмәкәй районында «Семёно-Макар» һөтсөлөк комплексының эшмәкәрлеген ҡараныҡ. Ул республикабыҙҙың эшлекле партнеры Штефан Дюррҙың «ЭкоНива» холдингына инә.

Бында 3,5 мең баш эре мөгөҙлө мал, яңы ҡорамалдар, заманса һауыу ҡулайламалары, эшкәртеү производствоһы бар.

Тап ошондай ҙур, һөҙөмтәле, һәр яҡтан уйланылған предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Улар ҙур күләмдәр бирә, сифат стандарттары юғары.

Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү өсөн потенциал ҙур. Беҙҙә белемле, тейешле компетенцияларға эйә булған эшһөйәр кешеләр бар. Федераль һәм төбәк кимәлендә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә, уны беҙ мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ», - тип яҙған Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: