Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Февраль 2023, 18:00

Өс йыл буйы ҡулланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алмаҡсылар

Республика парламентында  ошо турала закон проекты әҙерләнде. Документ авторҙары фекеренсә, йыш ҡына уңдырышлы биләмәләрҙе ҡарағура, сүп үләндәре ҡаплай, шуға уларҙы файҙаланырға кәрәк.

Өс йыл буйы ҡулланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алмаҡсылар
Өс йыл буйы ҡулланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алмаҡсылар

Әле закон буйынса  ҡулланылмаған ер хужаһы өс йыл эсендә биләмәне һатып ебәрһә, яңы хужа өсөн өс йыллыҡ мөҙҙәт яңынан башлана. Закон ҡабул ителһә, файҙаланылмаған ер өсөн дөйөм өс йыллыҡ мөҙҙәт билдәләнә, унда бер ниндәй ҙә эштәр башланмаһа, биләмә тартып алына.

 

Автор:
Читайте нас: