Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Февраль 2023, 11:00

Ауылда ҡышын да эш бөтмәй

Ауыл тормошон белмәгәндәргә ҡышын ауыл тынып ҡалғандай, унда бер эш тә юҡтыр кеүек тойола торғандыр. Ысынында, ауылда эш ҡышын дә тауыҡ сүпләп бөтмәҫлек.

Ауылда ҡышын да эш бөтмәй
Ауылда ҡышын да эш бөтмәй

Механизаторҙар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә башлай – техника ремонтлай. Малсылыҡта эшләгәндәрҙең яуаплылығы тағы ла арта. Малдарҙы иҫән-имен ҡышлатып сығарырға кәрәк. Февралдә һыйырҙар күпләп быҙаулай башлай. Уларҙы ла ҡарарға кәрәк.

Бөгөнгә Бәләбәй районының ауыл хужалығы предприятиеларында 120 һыйыр быҙаулаған, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 174. Был эш К. Иванов исемендәге  хужалыҡта йылдамыраҡ бара. Бында 300 баш һыйырҙың 46-һы быҙаулаған. «Миранда» йәмғиәтендә әлегә – 33 быҙау.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, малдарҙы ҡышлатыу һәйбәт бара, аҙыҡ етерлек.

Фотолар К. Иванов исемендәге хужалыҡтан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: