«Һауа торошона аныҡ фараз биреп булмай, шуға күрә ҡоролоҡҡа әҙерләнәбеҙ. Былтыр сәсеүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлауҙы талап иттеләр, майҙандарҙың 80% яҙғы культураларҙы сәсеп өлгөрҙөк һәм оттоҡ. Рекордлы уңыш үҫтереп алдыҡ. Быйыл да ошо сценарий буйынса эшләйбеҙ», — тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Сәсеү эштәрен — биш, ә уңыш йыйыуҙы ун көндә тамамлау яҡшы, әлбиттә, тине ул. Әммә бының өсөн күберәк техника — иген урыу комбайндары паркын ғына 2,5 тапҡырға арттырырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы башлығы.
Министр урынбаҫары Ирек Сураков мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда — 2,88 миллион гектарҙа (2022 йылда — 2,17 миллион гектар), ошо майҙандың 15% элиталы орлоҡтар сәсеү күҙаллана. Республика хужалыҡтарында һатыуға сығарыу өсөн 83 мең тонна «элита» бар, 86 мең тоннаға еткереү өсөн 3 мең тонна кәрәк. Элиталы орлоҡ һатып алыуға республика бюджетынан субсидия бүленә, тип хәтергә төшөрҙө ул.
Башинформ