Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
28 Апрель 2023, 16:00

Сәсеү эштәре дәррәү бара

Бәләбәй районының барлыҡ хужалыҡтары яҙғы һәм майлы культураларҙы сәсеүгә төштө.

Сәсеү эштәре дәррәү бара
Сәсеү эштәре дәррәү бара

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүгеләҙән булып сәсеү эштәрен В.В. Соловьев, С.Б. Липилин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Сулпан» йәмғиәте, «Малиновка» кооперативы башлап ебәргән.

Был көндәрҙә ауыл хужалығы эшсәндәре бойҙай, борсаҡ, һоло, күп һәм бер йыллыҡ үләндәр, көнбағыш, гәрсис һәм етен сәсәләр.

Көндәрҙең артыҡ йылы тороуын иҫәпкә алып, аграрийҙар тупраҡта дып күп саҡта сәсеп ҡалырға тырыша. «Линда» агрофирмаһы« йәмғиәте эшсәндәре лә ал-ял белмәй эшләйҙәр.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Елена Петрова фотоһында: «Линда» агрофирмаһы механизаторҙары А. Наумов менән М. Бодров арпа сәсеүҙә

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: