Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Май 2023, 11:00

Ауыл хәстәрлектәре. Грант алыусылар араһында – Евгений Соловьев!

Бәләбәй районы Знаменка ауылынан Евгений Соловьев «Агростартап» төбәк проектында еңде.

Ауыл хәстәрлектәре. Грант алыусылар араһында – Евгений Соловьев!
Ауыл хәстәрлектәре. Грант алыусылар араһында – Евгений Соловьев!

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында «Агростартап» гранттарына дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышы уҙҙы. 198 ғариза биреүсенән 24 кеше һайланды, улар төрлө дәүмәлдә гранттар аласаҡ.

Еңеүселәр араһында Знаменка фермеры Евгений Соловьев та бар. Ул 4 720 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Улар атаһы Валерий Викторович менән иңгә-иң терәп фермер хужалығы алып баралар. Был еңеү Евгенийҙы тағы ла дәртләнеберәк эшләргә дәртләндерәсәк. Йәш фермер грантты ит малсылығын үҫтереүгә йүнәлтмәксе –  ул герефорд тоҡомло таналар аласаҡ.

Зөлфиә Ғарифуллина

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: