Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
28 Май 2023, 13:05

Атайсал. Яҡшы ниәт менән

Аксаков эшҡыуары Ильяс Әхмәтйәнов Шафиевка ауылында тыуып үҫкән. Заманында был ауыл Максим Горький ауыл советына ҡараған. Әммә бер нисә тиҫтә йыл элек, башҡа байтаҡ ауылдар кеүек үк, ул да район картаһынан юғалған.

Атайсал. Яҡшы ниәт менән
Атайсал. Яҡшы ниәт менән

Ильяс Искәндәр улы ағалары менән туғандарының ҡәберҙәренә йыш барып йөрөгән. Ә быйыл улар зыярат биләмәһен таҙартып, үҙ аҡсаларына ҡойма менән уратып алырға хәл иткәндәр. Атайсалға һөйөү, ата-бабаларыбыҙға хөрмәт ошо була инде.

Автор:
Читайте нас: