Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Июнь 2023, 13:00

Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы.

Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә
Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә

Хужалыҡтарҙың күпселегендә заманса техниканың, тәжрибәле механизаторҙарҙың булыуы сәсеү кампанияһын ваҡытында тамамлау мөмкинлеге бирҙе. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтендә яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта теүәлләгән хужалыҡтарҙы билдәләнеләр. Улар: «Линда» агрофирмаһы, Е.В. Соловьевтың крәҫтиән-фермер хужалығы, И.П. Якушиндың индивидуаль предприятиеһы, К. Иванов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Знаменка ауыл советына ҡараған  барлыҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һ.б.

Ҡырау һуғыу арҡаһында ҡайһы бер культураларҙың зыян күреүен иҫәпкә  алмағанда, шытымдар шатландыра. Был көндәрҙә хужалыҡтарҙа сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүлдәр – химик утау уҙғаралар, пар ерҙәрен һөрәләр, ауырыуҙарҙан һәм зыян һалыусы бөжәктәрҙән эшкәртәләр, туҡландыралар.

Ямғырҙар ваҡытында яуып, көндәр йылы торһа, яҡшы уңыш алыуға  ышаныстары бар ауыл эшсәндәренең.

Бер үк ваҡытта хужалыҡтар техника яңыртыу хаҡында ла онотмайҙар. Яңыраҡ фермер Е.В. Хөснөтдинова лизингҡа Беларус-82.1 тракторы алған. «Линда» фирмаһы һәм Д.С. Шәүәлиевтың хужалыҡтары Акрос 585 иген йыйыу комбайны ҡайтарған.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Фотолар ауыл хужалығы хеҙмәтенән

Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә
Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә
Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә
Сәсеү тамамланды, эштәр дауам итә
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: