Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Июль 2023, 13:00

«Ауыл ипотекаһы» буйынса кредиттың күләме 6 миллион һумға тиклем арттырылды

Рәсәй хөкүмәте «Ауыл ипотекаһы» программаһының мөмкинлектәрен киңәйтте. Хәҙер программала ҡатнашҡан төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн йылына 3% менән кредиттың максималь күләме 3 миллиондан 6 миллион һумға тиклем арттырылды. Был хаҡта мәғлүмәт кабминдың рәсми телеграм-каналында баҫылған.

«Ауыл ипотекаһы» буйынса кредиттың күләме 6 миллион һумға тиклем арттырылды
«Ауыл ипотекаһы» буйынса кредиттың күләме 6 миллион һумға тиклем арттырылды

Был граждандарға терәк тораҡ пункттарҙағы күп ҡатлы йорттан фатир һатып алыу өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ауыл халҡы әҙер йорт комплекттарын файҙаланып, үҙ көсө менән өй һалырға льготалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.

«Әлеге ҡарар ауыл ерендә йәшәүселәргә тиҙерәк йортло йәки фатирлы булырға, ошо биләмәләргә тағы ла күберәк белгестәр ҡайтарырға булышлыҡ итер», — тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин.

Автор:
Читайте нас: